Напоминание

Сценарий башкирского народного обычая Свободный дом


Автор: Шакирова Румия Ахметзакиевна
Должность: преподаватель
Учебное заведение: ГБПОУ ОНК
Населённый пункт: г. Октябрьский
Наименование материала: Сценарий башкирского народного обычая
Тема: Сценарий башкирского народного обычая Свободный дом
Раздел: среднее профессиональное





Назад




Министерство образования Республики Башкортостан

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение

Октябрьский нефтяной колледж имени С.И. Кувыкина

Сценарий башкирского народного

обычая “Свободный дом”

Преподаватель:

Шакирова Р.А.

2018г.

Маҡсат: "Аулаҡ өй" йолаһы аша башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәте менән танышыу.

Бурыстар: "Аулаҡ өй" йолаһы менән танышыу.

Башҡорт халыҡ йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеү.

Һүҙлек

байлығын

арттырыу.

Башҡорт

халҡының

үткәненә,

киләсәгенә

ҡыҙыҡһыныу, өйрәнеүгә теләк уятыу.

Йыһазландырыу: Келәм, ашъяулыҡ, таҫтамал, самауыр, башҡорт халыҡ аштары

(бауырһаҡ,

бәлеш,

һөт,

ҡатыҡ

һ.б.),

ҡурай

моңо,

башҡорт

халыҡ

костюмдарынан

күлдәктәр һәм алъяпҡыстар; «Һәүәнәй әбей» уйынына кейемдәр: бәләкәс мендәрҙәр,

яулыҡ, шәл, бүрек, тун, быйма, көрәк, күлдәк; кис ултырыуға ҡул эштәре (туғыҙ ҡыҙға),

баян, ҡурай, иҙән йыуғыс таяғы, «Һуҡыр тәкә» уйынына яулыҡ, ағас ҡалаҡ, йөҙөк,

тимер оло каса (ҡоймаҡ ҡойорға),

«Аулак өй» йыры яңғырай.

Илназ: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле студенттар!

Константин: Здравствуйте уважаемые гости, наши дорогие студенты!

Илназ: Бөгөн беҙ һеҙҙең алдығыҙға Аулаҡ өй тигән башҡорт халҡының ата-бабаларҙан

ҡалған

ғөрөф-ғәҙәтен

тәҡдим

итәбеҙ.

Йортта

хужа

булып

ҡалған

ҡыҙҙар,

иптәштәрен саҡырып, ҡул эштәре менән булышҡандар. Аулаҡ өйгә уйынға егеттәр ҙә

килгән. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап та ҡараңғы кискә тиклем күңел асҡандар.

Константин: «Аулаҡ өй» - это старинный обычай. На русский язык переводится как

«Свободный дом». Когда взрослые уезжают в гости,

девушки оставшиеся дома одни,

приглашают в гости молодёжь. Там они играют в игры, танцуют, поют песни до

самого позднего вечера.

Сәхнәлә ике ҡыҙ. Ҡул эштәре менән булышалар.

Ләйсән: Эльвира, өйҙә кеше юғында аулаҡ өй ойошторабыҙмы әллә?

Эльвира: Әйҙә. Ҡыҙҙарҙы саҡырайыҡ, егеттәр ҙә килер.

Эльвина инә.

Эльвина: Сәләм, ҡыҙҙар!

Эльвира: Һаумы, Эльвина!

Ләйсән:

Һаумы,

Эльвина,

беҙ

аулаҡ

өй

ойошторабыҙ.

Күрше

ҡыҙҙарҙы

саҡырып

килтерсе? Беҙ өйҙө йыйыштыра торабыҙ.

Эльвира: Ә мин ҡоймаҡ бешереп алам. Бәлеш тә мейестә бешә.

Эльвина: Ярар, мин хәҙер.

Ҡыҙҙар йырлай-йырлай өй йыйыштыралар, бейеп-бейеп тә алалар.

Бер аҙҙан ҡул эштәрен күтәргән ҡыҙҙар килеп керәләр. Ҡайһы берҙәрендә күстәнәстәр ҙә

күренә.

Ҡыҙҙар иҫәнләшәләр.

Эльвина: Мин күстәнәскә бауырһаҡ алып килдем.

Елена: Ә мин ҡып-ҡыҙыл алма.

Зарина: Мин ваҡ бәлеш алып килдем.

Эльвира: Ҙур рәхмәт. Ә бына беҙ ҡоймаҡ бешерҙек.

Ләйсән: Әйҙәгеҙ үтегеҙ, иң алда бер аҙ ҡул эше менән ултырып алайыҡ.

Ҡыҙҙар ултырышалар, сигеү, бәйләм менән булалар.

Ситтән шиғыр ишетелә.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Сиккәндәре, беләм – бирнәлек.

Апайымды былтыр һораттылар-

Әле йәшерәк, тип бирмәнек.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.

Биҙәктәре шундай гүзәл, матур,

Тик йырҙары өҙә үҙәкте…

Йырлай-йырлай егеттәр килә.

Беҙ үҙебеҙ Дәү Аҡтаныҡ-

Йөрөмәйбеҙ маҡтанып.

Беҙ урамдан үткән саҡта,

Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.

Һай, илдәре, илдәре,

Илдәрендә күлдәре.

Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,

Һандуғастай телдәре.

Ҡыҙҙар тыз-быз киләләр, кейемдәрен төҙәтәләр.

Айбулат: Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, былбыл ҡоштар, инергә мөмкинме?

Ҡыҙҙар: Юҡ-юҡ кертмәйбеҙ.

Денис:

Керетегеҙ

инде,

беҙ

мөйөштә

генә

ултырып

торабыҙ.

Беҙ

буш

килмәнек,

күстәнәскә йыр-бейеү алып килдек.

Ҡыҙҙар: Әллә керетәбеҙме?

Елена: Ләйсән, Эльвира, әйҙәгеҙ керетәйек?

Ҡыҙҙар: Эйе-эйе, беҙ риза. Инһендәр.

Ләйсән: Ярар инде. Мин дә риза.

Эльвира: (Ишекте аса.) Рәхим итегеҙ!

Руслан: Бөркөттәрҙән һандуғастарға сәләм!

Егеттәр: Сәләм!

Ләйсән: Кәнфитле һүҙҙәрегеҙҙе алдыҡ.

Ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ әйтеү.

Айҙар: Егеттәр! Ҡыҙҙарға таҡмаҡ әйтеп алайыҡ әле.

Егеттәр:

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Сәсен тарап үрә белмәй –

Егет һайлаған була.

Ҡыҙҙар

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә белмәй –

Ҡыҙҙар һайлаған була.

Егеттәр

Алын алырһың микән.

Гөлөн алырһың микән?

Минең кеүек шәп егетте

Ҡайҙан табырһың икән?

Ҡыҙҙар

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ –

Бата күрмә, атлап сыҡ.

Һин дә минән артыҡ түгел –

Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Егеттәр

Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл салбар,

Беҙгә ҡарайһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар беҙгә үҙе килә,

Барып алаһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар

Ҡалын юрғандарығыҙҙы

Ябынырһығыҙ әле.

Беҙгә түгел, әбейҙәргә

Ялынырһығыҙ әле.

Үәт!

Ҡыҙҙар-егеттәр көлөшәләр.

Шул ваҡыт ҡыҙҙарҙың өләсәһе ҡайтып керә.

Әбей (Румия Закиевна): Ниндәй матур йыр ишетелә тиһәм, үҙебеҙҙекеләр йырлай

икән.

Эльвира: Өләсәй, ҡайтып та еттеңме ни?

Ләйсән: Зинһар, асыуланма инде, дуҫтарҙы аулаҡ өйгә саҡырған инек.

Әбей: Ярай-ярай, уйнағыҙ, көлөгөҙ. И-и-и беҙҙең дә йәш саҡтар бар ине бит. Беҙ ҙә

шулай аулаҡ өйгә йыйыла торған инек.

Рита: Әбей, һин күп кенә киҫәтеүҙәр беләһең бит, әйт әле бер нисәһен.

Әбей: Элек-электән иң оло ниғмәт икмәк булған (икмәк ала).

Бер ҡасан да икмәк өҫтөнә әйбер ҡуймағыҙ.

Икмәктән өҫтөн нәмә юҡ.

Икмәктең валсығы ла беҙҙән оло, ҡойоп ашамағыҙ. Бына шулай икмәкте

ололағыҙ, балаҡайҙарым.

Ҡыҙҙар-егеттәр: Ололайбыҙ, әбей, ололайбыҙ.

Әбей: Өҫтәлде ҡағыҙ менән һөртмәгеҙ, тауыш сығыр.

Оло кешегә үҙең башлап сәләм бир.

Эльвина:Өләсәй, беҙ ҙә мәҡәлдәр беләбеҙ бит. Ағас емеше менән, кеше эше менән

татлы.

Юлиә:Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Руслан: Һөнәрле үлмәҫ,һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.

Константин:Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.

Оля: Ҡалған эшкә ҡар яуыр.

Әбей: Бигерәк булдыҡлы егеттәр, уңған ҡыҙҙар икәнһегеҙ. Булдырҙығыҙ. Ярай, мин

төпкө бүлмәгә инеп, ял итәйем.

Светлана: Әйҙәгеҙ, күмәк уйындар уйнап алайыҡ.

“Ҡалаҡ“ уйыны

Юлиә: Ниндәй уйын уйнайбыҙ?

Илнар: “Ҡалаҡ“ уйынын. Бына, исмаһам, уйын!

Айбулат: Нисек уйнайбыҙ?

Светлана: Көй уйнап туҡтаһа, ҡалаҡ кемдә ҡала, шуға яза бирәбеҙ.

Уйын башлана.

Көйлө-көйлө ҡалағым

Һиңә минең таҡмағым.

Ҡушһаң, уйнайым,

Ҡушһаң йырлайым

Беренсегә яза бирелә.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Айҙар: Йырлаһын!

Илназ: Шиғыр һөйләһен!

Елена: Әтәс булып ҡысҡырһын!

Илнар: (Уртаға ултырғыс ҡуя.) Эйе-эйе, өс тапҡыр әтәс булып ҡысҡырһын.

(Ки-кри-кү-ү-үк)

Икенсегә яза.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Ләйсән: Бейеһен!

Эльвина: Таҡмаҡ әйтеп бейеһен!

Рита: Әйҙәгеҙ, түбә таҡтаһы һанатабыҙ.

Барыһы ла: Эйе-эйе.

Өсөнсөгә яза.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Константин: Йырлап күрһәтһен!

Барыһы ла: Эйе-эйе.

Рита: Һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ, йырлайым, әйтмәһәгеҙ – юҡ! Ҡара

урман башында ала ҡарға ултыра. Нимә ул?

Илназ: Трактор.

Айбулат: Ер өҫтөндәге трактор.

Рита: Дөрөҫ түгел, үҙем әйтәм – түбәтәй . Йырламайым.

Денис: Эй, улай ҡыҙыҡ түгел. Әйҙәгеҙ, “Һуҡыр тәкә” уйынын уйнап алабыҙ.

“Һуҡыр тәкә” уйыны

Ләйсән: Әйҙәгеҙ. Кемдең күҙен бәйләйбеҙ?

Денис: Айбулаттыҡын инде.

Айбулаттың күҙен бәйләп, һамаҡлай-һамаҡлай әйләндерәләр:

Әбей-әбей, әптер,

Береһен алып эләктер.

Дөбөр-дөбөр-дөптөр,

Тибер-тибер-тип-тип.

Һамаҡты әйтеп бөтөү менән, барыһы ла йүгереп таралышалар. Айбулат эҙләй.

Береһен тотоп алһа, исемен әйтергә тейеш. Исемен дөрөҫ әйтһә, тотолған кешегә “яза”

әйтәләр. Яза үтәлгәндән һуң, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, уйын дауам итә.

Уйын башлана. Беренсегә яза бирелә.

Айбулат: Тәк. Был Рита.

Барыһы ла: Дөрөҫ.

Рита: Мин бейейем.

Барыһы ла: Эйе. Әйҙә, бейеһен.

Рита башҡарыуында бейеү. Икенсегә яза.

Айбулат: Был Эльвирамы?

Илнар: Юҡ, дөрөҫ түгел. Һинең үҙеңә яза. Ләйсәндең битенән үбергә!

Ләйсән: Юҡ инде. Юҡ.

Айбулат күҙе бәйләнгән килеш Ләйсәнгә табан атлаған була. Ләйсән, тиҙ генә өҫтәлдән

тәрилкә алып, Айбулаттың битенә терәй.

Барыһы ла көлөшә.

Эльвина: Әсәйем йәш саҡта «Һәүәнәй әбей» уйынын уйнай торғайныҡ, тип һөйләй ине.

Әйҙәгеҙ беҙ ҙә уйнайыҡ.

Барыһы ла: Беҙ риза.

Илнар: Кем «Һәүәнәй әбей» була?

Светлана: Беренсе һорағас, үҙең булаһың инде.

«Һәүәнәй әбей»ҙе кейендереп, ауылды урап килергә ебәрәләр.

Илназ: Ауылды урап кил.

Юлиә: Нисә өй бар икәнлеген һанарға онотма.

«Һәүәнәй әбей» ишектән сығыу менән биҙрәләр шалтырағаны ишетелә.

Рита: Ул әйләнеп килгәнсе «Йөҙөк һалыш» уйынын уйнап алайыҡ.

“Йөҙөк һалыш» уйыны.

Уйында ҡатнашыусылар теҙелешеп ултыралар. Бер студент көтөүсе, икенсеһе “йөҙөк

һалыусы” була. Ул ҡулдарын ҡуш услап ултырған студенттарҙың барыһына ла йөҙөк

һалып

сыға,

йөҙөктөң

кемгә

тура

килеүен

бер

кем

дә

һиҙергә

тейеш

түгел,

унан

көтөүсенән кемдә йөҙөк икәнлеген һорай. Йөҙөклө кешене тапһа, шуға наказ бирелә,

тапмаһа тағы ла көтөүсе була.

Илназ: Мин көтөүсе булам.

Оля: Мин йөҙөк һалам. (Һалып сыға.) Кемдә йөҙөк?

Илназ: Русланда.

Денис: Дөрөҫ түгел. Язаға бер шиғыр.

Илназ шиғыр һөйләй.

Илназ: Был юлы йөҙөк Айнурҙа.

Барыһы ла: Дөрөҫ.

Эльвира: Ҡурайҙа уйнаһын.

Айнур ҡурайҙа уйнай.

Биҙрәләр шалтырауы ишетелә. Илнар килеп инә. Уны ултырғысҡа ултырталар.

Константин уның таяғын ала. Елена уға һыу эсерә.

Илнар: Уф, арыным.

Юлиә: Йә, нисә өй һананың?

Илнар: Эйе, һананы тей. Мөршиҙә әбей менән Әхәт бабай ҡунаҡтан ҡайтып барғанда

ҡаршыларына мин осраным. Әбей әпсен-төпсөн уҡып ҡалды, Әхәт бабай таяғы менән

йығылғансыға тиклем ҡыуаланы. Саҡ- саҡ ҡотолдом.

Барыһы ла көлөшә.

Ләйсән: Уф, арытты. Инде бер аҙ ял итеп, сәй эсеп алмай булмаҫ.

Айбулат: Беҙ сәйләп ултырмайбыҙ, ҡыҙҙар.

Денис: Мейестәге бәлеште ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырайыҡ та таяйыҡ.

Егеттәр йырлай-йырлай ҡайтып китәләр.

Улай итергә кәрәк,

Былай итергә кәрәк.

Хужаларға рәхмәт әйтеп

Ҡайтып китергә кәрәк.

Эльвина: Бигерәк күңелһеҙ булып ҡалды бит әле егеттәр киткәс.

Светлана: Уның ҡарайһы, рәхәтләнеп сәй эсербеҙ хәҙер.

Рита: Ә һеҙгә күңелле булдымы? Оҡшаһа, иртәгә Нурияларҙа аулаҡ!

“Аулаҡ өй” йыры уйнай. Барыһы сәхнәгә сығып йыр башҡарыла.

Осраштыра, таныштыра,

Ҡауыштыра аулаҡ өй.

Аулаҡ өйҙән китмәҫ егет

Үҙенә йәр һайламай.

Моңло тальян гармундарҙа

Кемдәр уйнай аулаҡ өй.

Гармун уйнамаған егет

Ҡыҙҙар күң(е)лен яуламай.

Аулаҡ өй, аулаҡ өй,

Эй аулаҡ өй, аулаҡ өй.

Уйната ла, йырлата ла

Бейетә лә аулаҡ өй.

Аулаҡ өй, аулаҡ өй,

Эй аулаҡ өй, аулаҡ өй.

Аулаҡ өйгә йөр(ө)мәгән ҡыҙ

Егет күң(е)лен яуламай.



В раздел образования