Напоминание

"Һандар (имя числительное)" 6 класс


Автор: Зарипова Зилия Махияновна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ Школа№131
Населённый пункт: Республика Башкортостан, город Уфа
Наименование материала: Методическая разработка урока
Тема: "Һандар (имя числительное)" 6 класс
Раздел: полное образование





Назад




Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

131-се урта мәктәбе

ҺАНДАР

(Имя числительное)

Өфө ҡалаһы Калинин районы

131-се урта мәктәбе

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зарипова Зилиә Мәхийән ҡыҙының

6-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән дәрес планы

Өфө-2018

Дәрес барышы

I.

Ойоштороу

- Һаумыһығыҙ!

- Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

- Бөгөн беҙә ҡунаҡта - Өфө ҡалаһы уҡытыусылары. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

Дәрестә әүҙем ҡатнашыуығыҙ һорала.

II.

Тема һәм маҡсатҡа сығыу

- Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй, нисәнсе көнө? Уҡыу йылының нисәнсе сиреге? Йәйге

каникулдарға нисә ай ҡалды?

- Шулай итеп, беҙ һәр ваҡыт нимәлер һанайбыҙ: көндәрҙе, ваҡытты, сәғәтте, минутты,

аҡсаны. Күп нәмәнең ваҡытын билдәләйбеҙ: йоҡонан ҡасан торорға? Ҡасан дәрәскә

китергә ? Нисә дәрес була? Дәрес ҡасан башлана һәм ҡасан бөтә? Ҡасан әсәй менән атай

эштән ҡайта? Уларҙың тыуған көдәре ҡасан ? … Был һорауҙарға тик һандар ярҙамында

ғына яуап биреп була. Тимәк, беҙ бөгөнгө дәрестә һандар менән эш итәсәкбеҙ .

III.

Ҡабатлау

- Ә һеҙ һандарҙы беләһегеҙме? Ниндәй һандарҙы беләһегеҙ? Уларҙы башҡортса әйтә

алаһығыҙмы? Тикшереп ҡарайыҡ.

1) һандарҙы ҡабатлау 1-9, 10-100, 1000…

2) Берҙе, ун берҙе ҡуш; икене ал: 23, 76,217, 1854, 10458

3) йә уҡып ҡара төрлө һүҙ

1ҙәм, 1гә, 1ҙәмлек, 1екмә, 1кетеү, ки1, һи1,

һ2, һ2рә, һ2ргес, к2реү,

к3лө, к3өк, к3һөҙ,

5ек, 5лек, 5мәт,

6н, 6нбаш, 6шар,

7ҙ, 7н, 7рлек, 7шә, 7м,

т10, т10ндра, ҡ10а, м10са, м10ндир,

40а, 40аяҡ, 40ҡыс, 40лап, 40ма,

100гөс, 100ә, 100өк,100өм, 100лөк, 100әтеү, 100әү

4) ребустар сисеү “Һандарҙы тап!”

Балтырған, берлек, етештереүсе, бишек, көсһөҙләнеү, ҡунаҡ, йөҙөм, алтындай,

берләшеп, сетерекле, көслөлөк,универмаг, ҡуныу, йөҙә, меңәрләгән, алтышарлап,

берәгәйле, етеш, көскә, ҡунаҡсыл, йөҙтүбән, ҡалтырай, берәмек,сөсө, туннель,

йөҙәткес, ҡалтырауыҡлы, һикергес, либерал, етешлек, мундир, һунарсы, йөҙлөк, өскөл,

сөскөрөү, функция, тунай, көсһөҙлөк, йөҙгөс, икеләтә, кетерләү, балтыр, көслө,

бишбармаҡ, һике, кикереү, икеләтә, кетей-кетей, һикерә, бишмәт, икеле, билле, балтыр,

көс, мунса.

5) Мәктәп тулы һандар.

Мәктәп нисәнсе йылда асылған?

Һеҙ уҡыған мәктәп нисәнсе һанлы?

Мәктәптә бөтәһе нисә уҡытыусы эшләй?

Бөтәһе нисәләп уҡыусы белем ала?

Нисә уҡыу кабинеты бар?

Башҡорт теле уҡытыусылары мәктәптә нисәү?

Һеҙ мәктәптә нисәнсе йыл уҡыйһығыҙ?

Мәктәбегеҙ нисә ҡатлы?

Мәктәптә нисә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты бар?

IV.

Тема һәм маҡсатты әйтеү

- Бөгөн дәрестә һандарҙың төркөмсәләрен өйрәнербеҙ һәм һандар ярҙамында һөйләмдәр

төҙөрбөҙ.

Ике ҡулыңа бер эш – тот та кереш.

V.

Яңы тема

Һандар

Һан – кешеләрҙең, предметтарҙың, иҫәбен, һаналыу тәртибен белдергән һүҙ

төркөмө.

Имя числительное является количественным признаком предмета, явлений. Оно

сочетается с существительным. Существительное при этом в башкирском

языке в отличие от русского языка имеет форму единственного числа. 15

малай. 15 мальчиков. Нисә?нисәнсе? Күпме? һорауҙарына яуап була.

Яһалышы яғынан һандар ике төргә бүленә.

Ябай һандар

Бер генә һүҙҙән торған һандар ябай һандар тип атала. Имя числительные,

состоящие из одного слова, называются простыми. 1-9, 10-20, 100,1000,

миллион, миллиард, триллион

Ҡушма һандар

Бер нисә һүҙҙән торған һандар ҡушма һандар тип йөрөтөлә. Имя

числительные, состоящие из нескольких слов, называются сложными.

14, 176, 3862, 3000754…

Мәғәнәләренә ҡарап, һандар түбәндәге төркөмсәләргә бүленә.

Төп һандар кеше, предметтарҙың иҫәбен белдереп,нисә? күпме?

һорауҙарына яуап булалар.

Количественные числительные не имеют окончаний.

3, 12, 56, 145, 500

Рәт һандары предметтарҙың һаналыу тәртибен белдереп, нисәнсе? Һорауына

яуап булалар.

Порядковые числительные называют порядковый номер предметов, явлений

при их счете. В сложных числительных окончания прибавляются к последнему

числительному.

1,4,5,8…+ -енсе 2,7,20…+ -нсе

3,100+ - өнсө

6+ - нсы 10,30,40…+ -ынсы

Бүлем һандары предметтарҙың тигеҙ өлөштәргә бүленеүен белдереп,нисәшәр?

күпмешәр? һорауҙарына яуап булалар.

Разделительные числительные образуются от основы количественных

числительных с помощью окончаний. В сложных числительных окончания

прибавляются к последнему числительному.

1,3,4,5,8,70,100,1000+ -әр

9, 10, 30, 40, 60 + -ар

2,7,20,50+ -шәр 6+ -шар

80+ - ешәр 90+ -ышар

Йыйыу һандары предметтарҙы бергә йыйып, төркөмләп аңлата, нисәү?

Һорауына яуап булалар.

Собирательные числительные образуются от основы количественных

числительных от одного до семи десять с помощью окончаний

1-7+ -әү

10+ - ау

Сама һандары предметтарҙың иҫәбен яҡынса, сама менән белдереп, нисәләп?

күпмеләп? һорауҙарына яуап булалар.

Приблизительные числителные обозначают количество предметов

примерно, приблизительно.

1,3,4,5,8,70,100…+ -ләп, ләгән

9, 10, 30, 40, 60… + -лап, -лаған

Кәсер һандары предметтарҙың бөтөн һәм тулы булмаған өлөштәренең иҫәбен

белдерә.

Дробные числителные – это не целые числа. Они образуются синтетическим

путем. Знаменатель ставится на первом месте в форме исходного падежа, а

числитель – на втором в именительном падеже.

2 биштән ике (числитель- в имен.падеже)

5 (знаменатель- в исходн.падеже)

-тән,-тан; -ҙән, -ҙан; -нән,-нан; -дән,-дан

4 туғыҙҙан дүрт, 5 һигеҙҙән биш 3 етенән өс, 4 ундан дүрт,

9 8 7 10

1,2 – бер бөтөн(целая) ундан ике; 3,4 - өс бөтөн ундан дүрт

VI.

Ял минуты.

1) Шулай буламы?

8 йәшлек бабай

18 йәшлек егет

18 йәшлек бабай

70 йәшлек әбей

15 йәшлек ҡыҙ

90 йәшлек бабай

2) Мәсьәлә сисеү

1 аяғында торғанда, тауыҡ 2кг. тарта. 2 аяғында торғанда ул нисә

кг тартыр?

Бер атаның алты улы булған, һәр ир баланың бер ҡыҙ туғаны бар.

Атаның бөтәһе нисә балаһы булған?

Өс кеше өс сәғәт поезд көткәндәр. Һәр береһә нисә сәғәт поезд

көткән?

3) Һанашмаҡтар (уҡыусыларҙың һөйләүе)

1тай, 2 тай,3 тай,4 тай,5 тай,6 тай,7 тай,8 тай,9 тай,10 тай,11 тай

һин бынан сығып тай.

Тай – годовалый конь

Тай – уходи

1,2,3,4,5,6,7,8,9,10.

Ундан – уймаҡ

Табала – ҡоймаҡ,

Мейестә - бәлеш,

Сыҡ та йәбеш.

Бер бабай юлға сыҡҡан.

Тәгәрмәсе ватылған.

Тәгәрмәсте йүнәтергә

Нисә сөй кәрәк булған?

4) көләмәстәр

- Әсәй, бир шокаладыңды, мин бөгөн “4” алып ҡайттым,- ти улы.

- Ниндәй фәндән?

- Математиканан “2” , урыҫ теленән – “2”. Бөтәһе “4” була,- тигән улы.

5) тиҙәйткестәр

Һиҙиәт һигеҙ һандыҡ һатҡан, һигеҙе лә һүрәтле, һигеҙенән дә һигеҙәр һум отҡан.

VII.

Теманы нығытыу.

1. Башҡортостан – һандарҙа

Башҡортостандың майҙаны күпме?

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына нисә йыл булды?

Башҡортостанда нефть нисәнсе йылда табыла?

Башҡортостанда нисә баш ҡала бар?

Республикабыҙҙа нисә район бар?

Республикала нисә ҡала бар?

Башҡортостанда нисәләп йылға бар?

Башҡортостанда нисә күл бар?

Республиканың иң бейек тау түбәләре нисәү?

Башҡортостаңдың халҡы күпме?

2. Минең хаҡта һандар һөйләй.

Һиңә нисә йәш?

Һин нисәнсе йылда тыуғанһың?

Һин нисәнсе класта уҡыйһың?

Һеҙҙең класта бөтәһе нисә уҡыусы?

Нисә малай, нисә ҡыҙ?

Һеҙ мәктәптә бөтәһе нисә фән өйрәнәһегеҙ?

Һәр партала нисәшәр кеше ултыра?

Һин 11-се класты ҡасан тамамлайһың?

Һинең яратҡан уҡытыусыларың нисәү?

Һин ғаиләлә нисәнсе бала ? Ғаиләгеҙҙә нисә кеше?Әсәйеңә нисә йәш? Атайыңа нисә йәш?

VIII. Йомғаҡлау

Был һандар нимә һөйләй?

4,54,21,31,804,6,42,2000,27,9,143600,62,131,15,100,2007-2008,1993,450

IX. Өйгә эш

1) һандар тураһында белергә

2) мәҡәлдәр яҙырға, төркөмсәләрен билдәләргә

3) квадрат тултырырға

X. Билдә ҡуйыу



В раздел образования