Уйын - балаларҙың төп шөғөлө
Автор: Каримова Ямиля СайфулловнаДолжность: старший воспитатель
Учебное заведение: МАДОУ детский сад "Сулпылар"
Населённый пункт: город Сибай, Республика Башкортостан
Наименование материала: конспект родительского собрания
Тема: Уйын - балаларҙың төп шөғөлө
Раздел: дошкольное образование
Назад
Дөйөм ата - әсәләр йыйылышы
“Уйын – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төп шөгөлө”
Хәйерле кис, хөрмәтле ата-әсәләр!!!
Һеҙҙе бөгөнгө ата-әсәләр йыйылышында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!!!
Көн тәртибендә :
1.
Уйын темаһына индереү.
2.
Нимә ул сюжетлы-ролле уйын?
3.
Анкеталарға анализ
4.
Сюжетлы-ролле уйын «Умартасылыҡ”
5.
Сюжетлы-ролле уйын “Юл инспекторы”
6.
Юл йөрөү инспекторы сығышы
1.
Уйын темаһына индереү. Музыка яңғырай “Күңелле баласаҡ”
Бала саҡ уйындан, уйын бала саҡтан айырылғыһыҙ. Күп ваҡыт ололар
уйынды бары тик күңел асыу сараһы тип кенә баһалаусан, ә балалар өсөн иһә
ул – тотош бер донъя.
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән балалар уйындары, төрлө уйынсыҡтар, уларҙың
тирә-йүнгә нисек сағылышы, балалар үҫешенә нисек тәьҫир итеүе тураһында
белемдәребеҙҙе нығытып үтәсәкбеҙ. Күптәребеҙ һаман булһа ла үҙҙәренең
яратҡан уйынсыҡтарын, яратып уйнаған уйындарын иҫтәренән сығармайҙар.
Улар
һеҙҙе
баласаҡ
иленә
алып
ҡайталар.
Күп
ғаиләләрҙә
уйынсыҡтар
быуындан
быуынға
күсә
килә,
был
уйынсыҡтар
хазина
кеүек
күңелгә
рәхәтлек, яҡшы хәтирәләр генә илтә.
Шулай итеп, хөрмәтле ата-әсәләр бөгөнгө беҙҙең йыйылыштың темаһы:
“Уйын – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төп шөгөлө”
Уйындың мәктәпкәсә йәштәге баланың тормошонда төп эшмәкәрлек
булараҡ
урын
биләүе
рус
ғалимдары
Л.С.Выготский,
А.Н.Леонтьев,
Д.Б.Эльконин, Л.А.Венгер, В.С. Мухина, Л.Ф. Обухова хеҙмәттәрендә сағыла.
Л.С. Выготский билдәләүенсә, уйын шәхес үҫеше сығанағы булып тора
һәм
уның
яҡын
аралыҡта
үҫешенә
шарттар
тыуҙыра:
“Бала
уйын
эшмәкәрлеге аша үҫә. Тик ошо мәғәнәлә генә уйын баланың төп эшмәкәрлеге
тип һанала ала, йәғни уйын баланың үҫеш кимәлен билдәләү ролен үтәй”.
Л.Н.Леонтьев төп эшмәкәрлекте түбәндәгесә аңлата: “Төп эшмәкәрлек
тип,
ошо
эшмәкәрлек
һөҙөмтәһендә
баланы
психик
үҫешендә
ғәйәт
ҙур
үҙгәрештәрҙең
барлыҡҡа
килеүе
һәм
уның
яңы
үҫеш
кимәленә
күтәрелә
алыуына булышлыҡ итеүсе эшмәкәрлек атала”.
Бала-саға
уйындары
шартлыса
ҙур
ике
төркөмгә
бүленә:
сюжетлы-
ролле уйындар һәм ҡағиҙәле уйындар.
2.
Нимә ул сюжетлы – ролле уйын?
Сюжетлы-ролле уйындар башлыса көндәлек көнкүреш һәм йәмғиәт
күренештәренә, төҙөлөш һәм төрлө ҡоролмалар менән эш итеүгә бәйле була,
тәбиғи
материалдар
менән
уйын
ҡороуҙы,
күңел
асыуҙы
һәм
театрлаштырылған уйындар уйнауҙы үҙ эсенә ала.
Сюжетлы-ролле уйындарҙы балалар үҙҙәре
уйлап сығара. Уларҙың
эстәлегендә
балаларҙың
тирә-йүн
тураһындағы
белеме,
тәьҫораттары,
төшөнсәләре сағылыш таба.Кескәйҙәр уйын барышында үҙ-ара
һәм тирә-
яҡтағы кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләрен өйрәнә, уйын персонаждары
араһында
барллыҡҡа
килгән
төрлө
мөнәсәбәттәрҙе
ҡороу
ысулдарын
үҙләштерә.
Беренсе һәм икенсе кескәйҙәр төркөмө (ике йәштән дүрт йәшкә
тиклемге балалар)
Был йәштәге баларҙың уйыны ябай сюжетлы була һәм бер-береһенә
бәйле итеп башҡарылған хәрәкәттәрҙән тора. Бала үҙенә ниндәйҙер ролде
билдәләп,
күпмелер
ваҡыт
мауығып
уйнап
та
ала.Ләкин
баланыңуйынға
булған ҡыҙыҡһыныуытиҙ үҙгәреүсән.
Ул бер ролде икенсеһе менән йыш
алмаштыра, күп ваҡыт уйын сюжетын да нисек теләй, шулай үҙгәртеп ебәрә.
Мәҫәлән,
“Ҡурсаҡты
кейендерәйек”,
“Ҡурсаҡтың
тыуған
көнө”
кеүек
уйындарҙы уйнарға өйрәткән ваҡытта кейенеү, өҫтәл артында ашағанда үҙ-
үҙеңде тота белеү кеүек эш-хәрәкәттәрҙе башҡарғанда, балаларға отоп алырға
еңел
булған
һамаҡтар,
һөйҙөрткөстәр,
һикерткестәр,
бишек
йырҙары
ла
башҡарыу
мөһим.
Күбеһенсә
инде
“Автобус”,
“Өләсәйгә
ҡунаҡҡа”,
“Бөҙрәханала”, “Ҡурсағымды йоҡлатам”, “Ателье”, “Доктор” кеүек сюжетлы
- ролле уйындарҙы яратып уйнайҙар.
Уртансылар төркөмө
Уртансы төркөмгә йөрөгән балалар үҙҙәренең бер-береһенә ҡарата булған
ыңғай мөнәсәбәттәре нигеҙендә бәләкәй генә, алты-ете кешенән торған уйын
төркөмсәләренә
бүленә.
Ләкин
күп
ваҡыт
уйын
ойошторғанда
төрлө
ҡаршылыҡтар килеп тыуа. Сөнки балаларҙың аң-белеменең киңәйеүе һәм
уларҙы уйын барышында ҡулланыу өсөн иптәштәренә еткереү теләге уйында
төрлө мауыҡтырғыс ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Улар инде “Сәс
алыусы”, “Дарыуханала” уйындарын йышыраҡ уйнайҙар.
Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре
Балалар
уйын
барышында
үҙҙәренең
белемен
ҡуллана
беләләр.
Ролдәрҙе сюжетҡа ярашлы һәм аңлы рәүештә уйнай алалар, телмәр саралары
ярҙамында уйында башҡарған ролден эстәлеген асырга тырышалар. Мәҫәлән,
“Дауаханала”,
“Сәс
алыусы”,
“Юл
инспекторы”,
“Пароход”,
“Ашнаҡсы”,
“Һатыусы”, “Автобуста”, “Кондуктор”, “Кафела”, “Магазинда” һ.б.
Уйын
аша
баланың
аң-белем
кимәлен
үҫтереү
һәм
уның
әхлаҡи
ҡағиҙәләрҙе үҙләштереүен тәьмин итеү өсөн кәрәкле шарттар булыуы мөһим:
беренсенән,
баланың
тирә
йүндәге
әйберҙәр,
күренештәр
һәм
ваҡиғалар
тураһында ниндәйҙер белеме булырға тейеш. Икенсенән, уларҙың ололарға
оҡшатып төрлө уйынсыҡтар йәки ысынбарлыҡтағы эш ҡоралдары урынында
ҡулланылған предметтар (ҡурсаҡ йәнлектәр, уйынсыҡ машиналар, һауыт –
һаба, ҡумталар, төҙөлөш ҡоролмалары һ.б.) ярҙамында уйын хәрәкәттәре
башҡара
белеүе
мөһим.
Өсөнсөнән,
уйын
шарттарына
яраҡлы
рәүештә
балалар үҙ-ара аралаша алырға тейеш, йәғни балаларҙың ниндәйҙер кимәлдә
һүҙ байлығы үҫешкән булыуы мөһим.
3.
Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙгә беҙ анкеталар таратҡайныҡ. Анализ
яһап китәйек.
Хөрмәтле
ата-әсәләр,
региональ
уйындар
тураһында
берегеҙ
ҙә
әйтеп
китмәгәнһегеҙ.
Беҙҙең
“Сулпылыр”
балалар
баҡсаһы
балаларҙы
башҡорт
телендә
тәрбиәләй,
шунлыҡтан
беҙ
балалар
менән
берлектә
региональ
уйындарға ла бик ҙур өлөш бүләбеҙ. Ә хәҙер бер көн бала сағыбыҙға ҡайтып
һеҙҙе уйын уйнарға саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.
4.
Сюжетлы - ролле уйын “Умартасылыҡ”
5.
Юл хәрәкәте инспекторына һүҙ бирелә.
Шулай
итеп,
сюжетлы-ролле
уйын
балаларҙың
телмәрҙәрен
үҫтерә,
аралашырға өйрәтә, фекерләү ҡеүәләрен арттыра, донъяны танып белергә,
күҙ алдына килтерергә өйрәтә һәм реаль тормошто уйын аша сағылдыра.Бала
уйнай белһен өсөн, алдан әҙерлек эше алып барыла.
Йыйылышыбыҙҙы йомғаҡлап, ҡарарҙар ҡабул итеп китәйек.
1.
Балалар менән йышырыҡ аралашырға, уйнарға.
2.
Региональ йөкмәткеле уйындар ойоштороу аша балаларҙы башҡорт
халыҡ кәсеп һөнәрҙәренә, йолаларына, традицияларына ылыҡтырырға.
В раздел образования